Яғыулыҡ һатыуҙы тыйыу кәрәк!

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24
  • Яғыулыҡ һатыуҙы тыйыу кәрәк!

Башҡортостан Парламентында яңы закон ҡаралыуы ихтимал. Ул Дәүләт автоинспекцияһы тәҡдименә бәйле. Тәртип һаҡсылары республиканың яғыулыҡ ҡойоу станцияһында бәлиғ булмаған үҫмерҙәргә бензин һатыуҙы тыйыу кәрәклеге тураһында әйтә. Был аҙым үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы авариялар һанын бер ни тиклем сикләү мөмкинлеген бирергә тейеш.

Ошо хаҡта БР Дәүләт автоинспекцияһы идаралығының айырым йөкләмәләр буйынса өлкән инспекторы Линар Зиннуров “Өфө ваҡыты” тапшырыуында белдерҙе.

Проект юридик статус алған осраҡта, яғыулыҡ ҡойоу станциялары операторҙары мотоцикл, питбайк менән идара иткән үҫмерҙәрҙән уларҙың документын һорарға хоҡуғы була. Әгәр, транспорт сараһы хужаһының таныҡлығы юҡ икән, уға бензин һатылмай.