Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

“Мангхут” дауылы Ҡытайға ябырылды. Гонконгта 900 авиарейс кисектерелгән. Макаола диңгеҙ, һауа транспорты хәрәкәте туҡтатылған. Тайфун сәбәпле, шулай уҡ Макаола тарихта тәүге тапҡыр уйын автоматтары салондары ябылған. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ел тиҙлеге сәғәтенә 205 километрға етә.

Ҡушма Штаттарҙа “Флоренс” дауылынан кәм тигәндә 17 кеше һәләк булған. Меңләгән йорт емерелгән. 1 миллиондан ашыу бина утһыҙ ҡалған. “Флоренс” дауылы сәбәпле йылғалар ярҙарынан сыҡҡан, ер ишелгән.

Коста-Рикала йәшәүсе ҙур балыҡ тотҡан һәм уны эшкәрткәндә пластиктан эшләнгән стакандар, шешәләр тапҡын. Пластиктан эшләнгән ҡалдыҡтар ашау сәбәпле әле диңгеҙҙә йәшәүсе хайуандарҙың 800 төрө юғалыу ҡурҡынысы янай. Тымыҡ океанда ғына ҡалдыҡтар 1 миллион 600 мең гектар майҙанды биләй.

Перула йәшәүсе 85 йәшлек ҡарт аҡса эшләүҙең үҙенсәлекле ысулын тапҡан. Ул футбол фристайлы менән шөғөлләнә, төрлө трюктар яһап үтеп барыусыларҙы аптырата. Туристар иһә ҡартҡа мул ғына аҡса түләй.