Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

1230 инфекция усағы. Был Францияла коронавирус таралған нөктәләр һаны. 238 осраҡ ҡарттар йорттарында теркәлгән. Табиптар дауаханаларҙа реанимация бүлектәрендә көсөргәнешлектең арта барыуын дәлилләй. Улар план буйынса көтөлгән операцияларҙың биштән бер өлөшөн кисектерергә мәжбүр. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәү сиратта сирҙе тышҡы билдәһеҙ үткәргән кешеләр борсоуға һала, ундайҙар араһында 40 йәшкә етмәгәндәр һаны арта.

Әрмәнстан хәрби хәл иғлан итеп 18 йәштән өлкән ир-егеттәрҙе мобилизациялауға саҡырҙы. Әзербайжан менән сиктәш биләмәләрҙәге эскалация сәбәпле Йәкшәмбе иртән властар Таулы Ҡарабах ауыл-ҡасабалары менән башҡала Степанакерттың бомбаға тотолоуы тураһында хәбәр иткәйне. Баҡы иһә армия яғынан бәрелеш һыҙатында әрмән яғынан хәрәкәткә яуап ҡайтарыла, сиктәр күҙәтеүгә алына, тип белдергән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Мәскәү сиктәш дәүләттәрҙе тыйнаҡлыҡҡа саҡыра.

Британиялағы бер ресторан ҡунаҡтарын роботтар хеҙмәтләндерә. Коронавирус хәүефен кәметеү маҡсатында хужалар битлек кейеү, дистанция үтәү кеүек сикләүҙәрҙән ижади һәм технологик әмәл уйлап тапҡан. Robotazia рестораны быйыл августа асылған. Роботтар бында үҙҙәре генә эшләмәй, уларға 10 официант кеше ярҙам итә. Ашхана хужаһы киләсәктә тағы ла бер, был юлы тулыһынса роботлашҡан нөктә асырға ниәтләй.

Рәсәйҙә ут бөрккөс дрон уйлап табылды. Был хаҡта аппаратты уйлап сығарған «Ростех — Ышаныс платформалары — Робототехника комплексы» компанияһы етәксеһе урынбаҫары Максим Скоков хәбәр итә. Пилотһыҙ осоусы ҡоролма Рәсәйҙең радиация, химия һәм биологик һаҡ ғәскәрҙәре мәнфәғәте өсөн сығарыла. Тәжрибә конструктор эше һынауҙарҙы уңышлы үткән. «Армия-2020» форумында танытылған “Импульс” ҡоролмаһы пилотһыҙ аппааттарҙың бер нисә төрөн осора ала.

Рәсәй атом тармағын үҫтерер һәм геосәйәси һәм технологик ҡаршы сығыуҙарға торорҙай мөмкинлектәрен артабан да нығытасаҡ. Был хаҡта ил президенты Владимир Путин атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан белдерҙе. Ҡотлау хатында ил етәксеһе тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.