Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция һәм Италияның ҡайһы бер райондарын һыу баҫҡан. Һыу ағымы хатта ҙур йорттарҙы ағыҙып алып киткән. 4 кеше һәләк булған. Ҡотҡарыусылар хәбәрһеҙ юғалған тиҫтәләгән кешене эҙләй. Эҙләү операцияһында хәрбиҙәр, янғын һүндереүселәр ҡатнаша, француз хөкүмәте ярҙамға 4 вертолет йүнәлткән. “Алекс” штормы Италия һәм Францияла йома көнө башланҡайны. Франция Премьер- министры Жан Кастекс билдәләүенсә, быға тиклем илдә бындай көслө ямғырҙар булмаған.

Франция хөкүмәте Парижды Ковид буйынса иң хәүефле ҡала, тип иғлан итте. Яңы статусҡа бәйле Париж һәм уның 3 биҫтәһендә 15 көнгә яңы сикләүҙәр индерелде. Иң беренсе сиратта улар дөйөм туҡланыу биналарына ҡағыла. Яңы санитар хәүефһеҙлек протоколы ҡағиҙәләрен үтәй алмаған бар, кафе, ресторандар шишәмбенән ябылырға тейеш. Хөкүмәт ағзалары был сикләү сараларын оҙайтыуҙары ихтимал. “Иң хәүефле зона” статусы шулай уҡ уҡыу йорттарына ла сикләү индерә: мәктәп, юғары уҡыу йорттары һәм башҡа белем биреү учреждениелары күпселек уҡыусыларҙы дистанцион уҡыуға күсерәсәк.

Эфиопиялағы Бекоджи оҙон дистанцияға йүгереү буйынса чемпиондар ҡалаһы, тип һанала. Дөйөм алғанда, бында йәшәгән спортсылар 18 тапҡыр Олимпия миҙалын яулаған. Спортсылар ғәҙәттә ҡаланың тирә яғындағы эвкалипт урманында күнекмәләр үткәрә. Пандемия осоронда һәр спортсы шәхси программа буйынса шөҙөлләнә. Күптән түгел Эфиопия хөкүмәте илдә ғәҙәттән тыш хәлде оҙайтмаҫҡа ҡарар итте, тимәк, оҙаҡламай бөтә донъяға билдәле йүгереүселәр ғәҙәттәгесә төркөм менән күнекмәләр башлаясаҡ.

Камчаткалағы экологик һәләкәт. Халактырский пляжы, Ҙур һәм Бәләкәй Лагерь һәм Бабья бухтаһында үле диңгеҙ хайуандары табылған. Ҡомдо, һыуҙы тикшереүҙәр, шулай уҡ үле хайуандар өлгөләре Мәскәү һәм Владивосток ҡалаларына йүнәлтелгән. Камчаткала тикшереү эштәрендә бөтә яуаплы ведомстволар һәм хеҙмәттәр ҡатнаша.

Мысырҙа археологтар 2 мең ярым йыл элек ерләнгән мумия табутын асты. Мысыр башҡалаһы Ҡәһирәнән 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан Саккара ауылы эргәһендә боронғо зыярат бар. Сираттағы тикшереүҙәрҙән һуң археологтар 2 мең ярым йыл элек 10-12 метр тәрәнлектә ерләнгән 59 ҡәберлекте тапҡан. Археологтар иң бай биҙәлгән саркофагты һайлап, журналистар алдында асҡан. Уның эсендә иероглифтар һәм сағыу сәскәләр менән биҙәлгән туҡымаға төрөлгән мумия табылған.