Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн түләүҙәрҙе компенсацияларға, тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең бушлай булыуын гарантиялай, тине. Ә шәхси балалар баҡсаһына түләүҙәр ҙур, тип белдерҙе Федоров. Уның фекеренсә компенсация ике минималь эш хаҡы күләмендә булырға тейеш. Июндә Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов та был юҫыҡта закон проектын тәҡдим иткәйне. Ул балалар баҡсаһындағы урындан баш тартҡан ғаиләләргә ай һайын түләүҙәр ҡаралыуы тураһында.
Карантин осоронда кешеләрҙең белем арттырырға, һөнәр үҙләштерергә форсаты киңәйҙе. Мәҫәлән, Ҡытай егете Ян Тяньсинь аквариум балыҡтарын футбол уйнарға өйрәткән.
Аквариум төбөнә ул майҙансыҡ урынлаштыра. Гол индереү өсөн хатта ҡапҡалар ҙа ҡуя. Һәр мәрәй өсөн балыҡтарға ашарға бирә. Һыу аҫты спортсыларының социаль селтәрҙә үҙ сәхифәһе лә бар. Ян Тяньсинь ике команданы әҙерләп, ярыштар үткәрергә ниәтләй.
Хабаровск өлкәһендә йәшәүселәр ҙә һыу аҫты тормошон кисерә. Төбәктең 30-ҙан ашыу өлкәһен һыу баҫҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Амурҙа һыу кимәле 628 см-ға еткән. Халыҡтың күпселеге өйҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр. Ҡотҡарыусылар туҡтауһыҙ патрулдә йөрөй, йорт хужаларына ярҙам итә, ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарҙы ашата.
Бразилия ҡотҡарыусылары ла йәнлектәрҙең ғүмере өсөн көрәшә. Илдең Пантанал ҡурсаулығын ут ялмап алған. Ҡотҡарыу бигадаһы катер менән Пикири йылғаһы буйлап үрләй һәм янғында йәрәхәтләнгән ягуарҙарҙы ҡотҡара. Тәбғи парк биләмәһендә 150-ләп ягуар йәшәгән. Улар юҡҡа сығыу хәүефе янаған хайуандар исемлегендә. Әлеге ваҡытта парктың 19 мең гектары яна.
Парижда янғындан зыян күргән Нотр-Да́м-де-Пари́ ҡорамын тергеҙеү дауам итә. Реставрацияла ҡатнашҡан оҫталар урта быуат технологияларын ҡуллана. Имән конструкцияларҙы хатта кран түгел, ә ҡул көсө менән күтәрәләр. Собор подвалында урынлашҡан археологик музей туристар өсөн асылды. Музей янғындан ҙур зыян күрмәгән ине. Белгестәр яңыраҡ уның стеналарын, экспонаттарҙы таҙартыуҙы тамамланы.