Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты Венгрия етәксеһе Виктор Орбан менән осрашты. Владимир Путин әйтеүенсә, ике ил араһында тауар әйләнеше, Европа берлегенең санкцияларына ҡарамаҫтан, тәүге ярты йылда ғына 30 процентҡа артҡан.
  • Венгрия етәксеһе ике ил араһында финанстар һәм энергетика өлкәһендә бәйләнештәрҙе тағыла нығытырға саҡырҙы. Һөйләшеү йомғаҡтары буйынса Владимир Путин һәм Виктор Орбан “Пакш-2” электр станцияһының ике өлөшөн төҙөп бөтөргә, газ һатыу тураһындағы килешеүҙе оҙайтырға, “Төркиә ағымы” газ үткәргесен Венгряға тиклем һуҙыу мөмкинлеген тикшерергә килеште.
  • Көньяҡ Корея етәксеһе Корея-ара саммитта ҡатнашыу өсөн Пхеньянға килде. Башҡалала уны 100 мең кеше ҡаршы алды. Ике: ил етәксеһе оҙайлы һөйләшеүҙәр үткәргән. Уның йомғаҡтары тураһында әлегә хәбәр ителмәй.
  • Бельгияның ауыл хужалығы министры ҡыр сусҡаларының Африка тағуны менән ауырыуы тураһындағы мәғлүмәтте раҫланы. Илдә 63 мең гектарҙа һунар итеү тыйылды. Урындағы хакимиәттәр халыҡты урманға сыҡмаҫҡа саҡыра. Африка тағуны сәбәпле Франция, Люксембург, Германия етәкселәре ҙур борсолоу белдерҙе. Сөнки бер сусҡа зарарлана ҡалһа, башҡаларын юҡ итергә тура киләсәк.