Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Тәмгә авторлыҡ хоҡуғы юҡ. Кеше хеҙмәтенең емеше булмағанға күрә, аҙыҡ-түлек продукцияһы авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланыуы мөмкине түгел, тигән ҡарар сығарған Евросоюз суды. Быға тиклем Голландияның бер компанияһы икенсеһен сырҙың репептын урлауҙа ғәйепләй ине. Улар йәшелсә ҡушылған йомшаҡ сырҙы тәмен үҙгәртмәй, икенсе исем генә ҡушып сығара башлаған.
  • Ҡасаҡ һарыҡтар. Видеокүҙәтеү камералары һигеҙ һарыҡтың Литва менән Белоруссия сиген үткәнен төшөрөп алған. Сик һаҡсылары асыҡлауынса, йорт хайуандарын хужаһы башҡа аҫрай алмайым, тип иреккә ебәргән. Әйтергә кәрәк, яңы ғына Белоруссияның президенты Александр Лукошенко илдә һарыҡсылыҡты үҫтерергә саҡырған булған.
  • Йәнә күпер емерелгән. Был юлы Сочиның Адлер районында Чахцуцыр йылғаһы ярҙарынан сығып, ташыуы арҡаһында, автомобиль күперенең бер яҡ өлөшө ишелеп төшкән. Зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ, тип хәбәр ителә.
  • Дүрт кешенән торған автобус. Владивостокта йәйәүлеләр автомобиль күперенән сығырға йыйынған. Шаһиттар төшөргән видеонан күренеүенсә, дүрт ир автобус формаһындағы һары ҡатырға аҫтына йәшенеп, күпер буйлап китеп бара. Әммә уларҙы һаҡсы күреп ҡалған һәм кире борған. Сөнки кешеләрҙең хәүефҙелеге өсөн был күперҙә йәйәүлеләр хәрәкәте тыйылған.