- Индонезияла цунами сәбәпле һәләк булыусылар 220 кешенән артып китте. Йәрәхәтләнеүселәр 843 кеше. Уларҙың араһында Рәсәй граждандары юҡ. 28 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Йөҙләгән торлаҡ йорт, отелдәр емерелгән. Суматра менән Ява утрауҙары араһында өс метрлыҡ тулҡындар, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Анаҡ-Ҡыраҡатау вулканы атылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән.
- Липецк өлкәһендә йәшәүсе бер мосолман Грязновка ауылындағы ташландыҡ хәлдә булған Крестовоздвиженский сиркәүен төҙөкләндерә. Ирфан Нөркәев ислам динен тотоуға ҡарамаҫтан, ауылдағы ҡорамды төҙөкләндереүгә үҙ көсөн һала. Был эшкә урындағы халыҡ та йәлеп ителгән.
- Америкала айыуҙар урам буйлап йөрөй икән. Флорида штатында тайыш табан бер йорт ихатаһында инеп еҫкәнә башлай һәм ҡыңғырауға баҫа. Видеоэлемтә аша хужа айыуҙы күреп ҡала һәм ҡысҡырып ҡыуалай башлай. Йыртҡыс тиҙ арала ҡасыу яғын ҡарай.