Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Индонезияла цунми сәбәпле кәм тигәндә 334 кеше һәләк булған. 3 мең кеше йәрәхәтләнгән, 60-ы хәбәрһеҙ юғалған. Бик күп биналар емерелгән, кешеләр әле һаман имен урындарға эвакуациялана. Белгестәр фекеренсә, тейешле хеҙмәттәр цунами тураһында алдан хәбәр итһә, һәләк булыусылар ҙа аҙ булыр ине. “Роскосмос” етәксеһе Дмитрий Рогозин Рәсәйҙең Индонезияға ярҙам итергә әҙерлеге тураһында белдерҙе.
  • Краснодар крайында электропоездың ике вагоны рельстан сыҡҡан. Йәрәхәтләнеүселәр урындағы дауаханаға килтерелгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, поезд китеп барғанда тау ишелгән.
  • Боевиктар һөжүме арҡаһында Ҡабулда 28 кеше һәләк булған. Уларҙың күбеһе дәүләт хеҙмәткәрҙәре. Ҡабулда министрлыҡ янында шартлатҡыс ҡуйылған автомобиль шартлаған. Шунан һуң ҡоралланған кешеләр ведомство биләмәһенә инеп атыша башлай һәм 350 кешене аманатҡа ала. Террор төркөмсәләренең береһе лә әле яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаған.
  • Мәскәүҙең Еңеү музейында “Иҫке яңы йыл” тип аталған боронғо яңы йыл биҙәүестәре күргәҙмәһе үтә. Унда 500 экспонат ҡуйылған.