Мәскәүҙән Өфөгә осоусы самолеттың Екатеринбург аэропортына ултырыуына ла һауа торошо сәбәпсе. Самолет ике тапҡыр Өфө аэропортына ултыра алмай, күрше ҡалаға осорға мәжбүр була.
143 пассажир Екатеринбургта отелгә урынлаштырылған, йылы аш менән тәьмин ителгән.