Бөгөн Өфө аэропорты 2 млн 500 меңенсе пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе

Тулыраҡ: Бөгөн Өфө аэропорты 2 млн 500 меңенсе пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе

Юғары күрһәткес республиканың төп һауа ҡапҡаһы тарихында тәүгегә. Әйткәндәй, бәхетлене Башҡортостан телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, “Хәбәрҙәр”ҙең алып барыусыһы Флүрә Мурзина ҡаршыланы. Билдәле диктор, “Хәбәрҙәр”ҙең алып барыусыһы Флүрә Мурзина бер көнгә һөнәрен алмаштырҙы. Уға Өфө аэропортының 2 млн 500 меңенсе пассажирҙын хеҙмәтләндереү бурысы йөкмәтелгән. Пассажирҙар өсөн бындай бүләкте аэропорт яңы уңыштарға ирешеү йәһәтенән ойошторҙо. Йылына 2 млн 500 мең пассажир Өфө аэропорты тарихында тәүгегә. Был тарихи мөһим һан аҫтында Мәскәүгә осоусы Салауат ҡалаһынан Людмила Илюшина теркәлде. 2 млн 500 меңенсе пассажирға аэропорт һәм ул осҡан рейсты хеҙмәтләндереүсе компаниянан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.Әйткәндәй, республиканың төп һауа ҡапҡаһы хеҙмәттәре менән 40-тан ашыу Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары файҙалана. “Өфө” аэропортының халыҡ-ара терминалы сәғәтенә 800 кешене хеҙмәтләндерә ала. Бында пассажирҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар: ял итеү, тамаҡ ялғау, сауҙа нөктәләре һәм мәғлүмәт алыу үҙәге ҡаралған. Әйтергә кәрәк, 1993 йылда ғына асылған аэропорт хәҙер замана талаптарына тулыһынса яуап биргән, донъялағы иң алдынғы аэропорттар рәтендә.