Рәсәй-1 телеканалы эфирында кисә еңеүселәр исемлеге иғлан ителде. Мостай Кәрим өсөн 90 мең кеше тауыш биргән. Икенсе урында ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев. Уның өсөн 70 мең кеше тауыш биргән. Салауат Юлаев-өсөнсө урында, 30 мең тауыш. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Рәсәй буйынса акцияла 5 миллион кеше ҡатнашҡан. Илдәге 50 аэропорттытың исемен алмаштырыу буйынса һуңғы ҡарарҙы ил президенты ҡабул итәсәк.
Өфө аэропортына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим исеме бирелә
Тулыраҡ: Өфө аэропортына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим исеме бирелә