Шулай уҡ был көндө иң яҡшы студенттарға исемле гранттар тапшырылды. Теманы хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина дауам итә.
Юғары күңелле, сикһеҙ ихлас, алсаҡ. Халҡым тип янған ил улы күптәр өсөн өлгө, өмөт һәм ышаныс сығанағы ине. Яратып, ихтирам итеп, уға барыһы ла Мостай ағай, тип өндәште. Тәүге шиғырын алтынсы синыфта ижад итеп, 16 йәшендә шиғырҙар йыйынтығы баҫтырып сығарған тәжрибәле аҡһаҡалдан кәңәш һораусылар ҙа бихисап ине. Мостай Кәрим үҙен башҡорт еренең, башҡорт халҡының, башҡорт рухының улы, тип һананы. Был уның әҫәрҙәрендә һәм көндәлектәрендә сағыла. Ул бер ваҡытта ла тыуған еренә, тыуған тупрағына хыянат итмәне. Йыл да Мостафа Сафа улының тыуған көнөндә фекерҙәштәре, яҡындары, дуҫтары уның һәйкәле янына сәскәләр менән килә.
Әллә нисә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрендәге геройҙарҙың яҙмышынан тетрәнде, уларға оҡшарға тырышты. Сара сиктәрендә ҡыҙыҡлы факттар тураһында ла билдәле булды. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибовтың атаһы Мостай Кәрим менән бер ауылдан. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре хәҙер инде классик сәхнә әҫәрҙәре, Башҡортостан халҡы ғына түгел, донъя тамашасыһының күңелен яулаған спектаклдәр. Үткән аҙнала ғына Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһы буйынса спектакль ҡуйҙы. Режиссер Айрат Абушахманов бөйөк әҙип менән бәйле хәтирәләрен иҫкә төшөрҙө.Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланған.
Ул Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры – һанай китһәң, тағы ла әллә күпме премиялар лауреаты, ордендар, миҙалдар хужаһы. Шулай ҙа уның исемен наградалары түгел, ә башҡарған эше мәңгеләштерә. Әҙиптең исеме республика ҡала һәм ауылдарының урам алтаҡталарында, белем биреү һәм мәҙәниәт усаҡтарында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтып, илдәге тыныслыҡ яҡлы булған яугир-шағир алтын көҙөнә тиклем йәшлек ялҡынын, изгелек һәм кешелеклелек тойғоларын һаҡлап ҡалыусы бөйөк романтик булып хәтерҙә ҡалды. Һуғыштан ҡаты яралар менән ҡайтыуына ҡарамаҫтан, Мостай Кәрим өлкән йәшкә еткәнсе ғүмер итә. Мостай Кәрим исеме менән Хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә күп һанлы объекттар аталған. Мәҫәлән, Кавказ тауҙары картаһында уның хөрмәтенә аталған нөктәне табырға мөмкин. Хәҙер өс мең ярым метр бейеклектә Мостай Кәримдең шиғыр өҙөгө яҙылған таҡта бар. Ул пәйғәмбәрлек булып сыға, сөнки шағир унда тау сәйәхәтенә һөйөүен белдерә һәм тау булырға хыяллана. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында Мостай Кәрим ҡалдырған мираҫҡа шаҡтай ҙур иғтибар бүленә. Бына инде 10 йыл башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында белем алыусы, Башҡорт яҙыусыларының ижадын өйрәнеүгә тос өлөш индергән һәм факультет тормошонда әүҙем ҡатнашҡан студенттарға әҙип исемен йөрөткән ижади оҫтаханала гранттар тапшырыла. Килгән ҡунаҡтар араһында 2019-сы йылда грант алыусы Рушания Ғиндуллина ла бар ине. Ул 3 йәшлек дуҫы менән килгән. Өфө университетында ҡунаҡтарҙы студенттар сағыу композиция менән ҡаршы алды. Быйыл Илзидә Асаинова һәм Юлдаш Мусин грантҡа лайыҡ тип табылды. Мостафа Сафа улы егерме йыл элек арабыҙҙан китһә лә республика ил улына, бөйөк әҙипкә хөрмәт күрһәтә, дан йырлай.






