Пушкин, Туҡай, Кәрим

Милли йәштәр театрында “Пушкин, Туҡай, Кәрим” исемендәге балалар араһында һүрәт төшөрөү буйынса республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Унда бөтә республиканың йәш рәссамдәры үҙ ижады менән сығыш яһаны. Күргәҙмә менән хәбәрсебеҙ Ильяс Ҡотошов танышты.
Төрлө төҫтәге ҡәләмдәр, акварель, гуашь. Һүрәт ижад итеү өсөн ҡатнашыусылар төрлө туҡымалар ҙа һайлаған. Әммә, төп тема – Мостай Кәримдың ижады. Үҙ әҫәрҙәрендә тыуған еренә һөйөүҙе данлап, тәбиғәтен һөйләгән яҙыусынының әҙәби мираҫы йәш рәссамдәр һүрәттәрендә лә сағыла. Дарина Хәкимова — Балалар араһында һүрәт төшөрөү буйынса республика конкурсының еңеүселәренең береһе. Бүләкләү тантаһына ул Ейәнсура районынан килгән. Алыҫ юлға ҡарағанда ла, Мостай Кәрим исемендәге милли театрҙан һәм тантаналы шарттарҙан тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалды ти ул. Жюри хөкөмөнә бөтәһе 80-гә яҡын эш тәҡдим ителгәйне. Тик ни бары 25 кенә ижади эш финалға үтеп, “иң яҡшы” тип танылды. Авторҙарҙың береһе - Балтас районынан 11 йәшлек Алина Сафина. Картинала йылғаның яр буйында торған Мостай Кәрим ҡыҙы Әлфиә менән һүрәтләнгән.Бөтә ҡатнашыусыларҙың да хәҙер иҫтәлекле бүләктәре бар. Ә балалар араһында һүрәт төшөрөү буйынса ошондай республика конкурсы 3-сө тапҡыр үткәрелә. Ә финал көндәре лә юҡҡа һайланмаған, улар шағирҙар туған көнөнә тап килә. Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл тулған көндө үтте балалар конкурсының йомғаҡлау өлөшө. Яҙыусының ижады мәңгелек. Уның әҫәрҙәре сәхнәлә яңғырап, шиғырҙары тыуған илебеҙҙе яратырға өйрәтә.