Ҡаланың Затон биҫтәһендә урынлашҡан 7-се балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Заман талаптарына яуап биргән мәктәпкәсә учреждение 75 балаға иҫәпләнгән. 2019 йылда Өфөлә тағы ла 540 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк. Өфө ҡалаһының 7-се балалар баҡсаһына үткән быуаттың 20-се йылдарында нигеҙ һалынған. Элекке ике ҡатлы бина ағастан булған. Яңы мәктәпкәсә учреждение бөгөн бөтә заман талаптарына ла яуап бирә.
75 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ике төркөмгә бүленгән. Балалар баҡсаһын асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм республиканың мәғәриф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин ҡатнашты. Улар билдәләүенсә, ҡала хакимиәте республика хөкүмәте менән берлектә 2019 йылда Өфөлә ике балалар баҡсаһын төҙөп, сафҡа индерәсәк.
Яңы мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы дәүләт һәм республика бюджетына иҫәбенә сафҡа индерелгән. Унда балалар һәм тәрбиәселәр өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Музыка, аш-һыу, ял бүлмәләре, төрлө уйын майҙансаҡтары. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ихтыяж йылдан-йыл арта бара. Затон биҫтәһе лә ҡаланың әүҙем үҫешкән райондарының береһе. Шуға күрә микрорайонда социаль инфраструктураны үҫтереү – мөһим бурыстарҙың береһе.