Өфөләге Кооперативный микрорайонында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

156 урынға иҫәпләнгән социаль учреждение яртылаш әҙер.

Әле бында төҙөлөш эштәренең ҡыҙан мәле, әммә тиҙҙән был бина балалар тауышы менән туласаҡ. "Кооперативный" микрорайонында мәктәпкәсә учреждение күптән төҙөлөргә тейеш була, әммә финанслау булмағанлыҡтан 2017 йылда эштәр туҡтатыла. Быйыл май айында ғына боҙ урынынан ҡуҙғатыла.

Яңы баҡса асылыуын кескәйҙәр ҙә түҙемһеҙләнеп көтә.Әлеге ваҡытта төҙөүселәр бина ҡыйығын ябыу һәм эске биҙәү эштәре менән мәшғүл, артабан комуникациялар монтажлау һәм тыштан ағартыу башлана. Яңы балалар баҡсаһы 156 уырнға иҫәпләнгән, барлығы 6 төркөм буласаҡ. 8 март ҡасабағы тирәләй яңы торлаҡ артыуы менән мәктәпкәсә учреждениеға ихтыяж да үҫә. Ҡала властары билдәләүенсә киләсәктә бында тағы бер балалар баҡсаһы төҙөлә башлаясаҡ.

Затон биҫтәһендәге яңы объект киләһе яҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ, ә көҙгә ул бәләкәстәр өсөн үҙ ишектәрен аса.