Был биҫтәлә Гүзәл Ҡоҙаҡаева ғаиләһе менән 2018-се йылдан бирле йәшәй. Бығаса ҡыҙыбыҙ Мәликәне ҡала эсендә урынлашҡан баҡсаға йөрөтә инек, үҙемә лә эшкә барыр өсөн таң менән торорға тура килә ине, хәҙер, был яңы балалар баҡсаһы асылғас үҙем дә ошонда эшкә урынлаштым, ти Гүзәл.
Был яңы балалар баҡсаһы 156 урынға тәғәйенләнгән. Бинаның дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метрҙан ашыу. Бында 6 төркөм тәрбиәләнә. Кескәйҙәрҙең йөрөргә теләге ҙур булһын өсөн хатта яңы йүнәлештәр буйынса ла эш алып барыла. Аш-һыу бүлмәһе лә заманса йыһазландырылған.
Әйткәндәй, ризыҡты ашнаҡсылар бында бешерә. Балалар бәләкәй саҡтарынан уҡ тыуған телде өйрәнә алһын өсөн башҡорт төркөмө булдырылған.яңы мәктәпте асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы видео конференция аша ҡушылды. Киләсәктә Өфөнөң был биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләрҙең балалары шатланышып йөрөр, тип ышана тәрбиәселәр.







