Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Американың Чили дәүләтендә ер тетрәгән. Уның көсө — 6,7 магнитуда. Белгестәрҙең мәғлүмәтенә ярашлы, ер тетрәү үҙәге 150 мең кеше йәшәгән КокИмбо ҡалаһынан 16 километр алыҫлыҡта һәм 53 километр тәрәнлектә урынлашҡан. Ҡорбандар юҡ. Әммә ҡурҡыштан ике өлкән йәштәге кеше йөрәк өйәнәгенән үлгән. Әйткәндәй, Чили “ут ҡулсаһы”нда урынлашҡан. Бында 8,8 магнитудалы 2010 йылдағы ер тетрәүенән 600-ҙән ашыу кеше һәләк булғайны.
  • Нью-Йоркта күпер шартлатҡандар. Гудзон йылғаһы аша Таппан Зи күпере 1964 йылда һалынған һәм ныҡ таушалған. Шуға төҙөүселәр уны юҡ итергә ҡарар сығарған. Уны шартлатҡан мәлде ҡарарға ҡала халҡы йыйылған. Аҙаҡ күпер ҡалдыҡтарын йылғанан алып эшкәртергә планлаштыралар.
  • “Еләкле” юлбарыҫ. Мальтала тыуған юлбарыҫ балаһын Истанбул ҡалаһының зоопаркына күсергәндәр. “Еләкле” тип алтын юлбарыҫтарҙы атайҙар. Уларҙың йөндәренең төҫө башҡаларҙыҡына ҡарағанда асығыраҡ һәм һирәк осрай. Бөтә донъяла ике тиҫтә генә ошондай үҙенсәлекле юлбарыҫ ҡалған, ти зоопарк хеҙмәткәрҙәре.