Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты Владимир Путин Мексика етәксеһе Андрес Мануэльдың Идальго штатындағы фажиғә сәбәпле ҡайғыһын уртаҡлашты. Бында торба үткәргес шартлауҙа 85 кеше һәләк булды. Милли комиссия әле фажиғә сәбәптәрен тикшереүҙе дауам итә. Шартлау мәлендә бензин ҡыуыу торбаһы янына яғыулыҡ урлау өсөн 350 кеше килгән булған.
  • Израилдың утҡа тотоуы сәбәпле Сүриәнән 4 хәрби һәләк булған. Рәсәйҙең оборона менән идаралыҡ итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Дамаск аэропорты инфраструктураһы өлөшләтә емерелгән. Сүриәнең һауа һөжүменән һаҡланыу системаһы ҡанатлы 30 ракетаны һәм идара ителеүсе авиабомбаларҙы юҡ иткән.
  • Магнитогорскийҙа күп ҡатлы йортта газ шартлағанда зыян күргән диуарҙы емерһеләр. Етенсе һәм һигеҙенсе подъездар араһындағы стенаны емереү штат режимында үтте, тип хәбәр ителә.
  • Францияла 1920-1970 йылдарҙа сығарылған 80 автомобилде һатыу буйынса аукцион ойошторолған. Тутыҡҡан булыуға ҡарамаҫтан, Порше 356А машинаһы 48 мең евроға, 1968 йылғы Ламборжини Миура 560 мең евроға һатылған.