- Мәскәүҙә Рәсәй президенты Владимир Путин төркиә етәксеһе Рәжәп Эрдоган менән осрашып Сүриәләге хәлдәр тураһында һөйләште. Владимир Путин әйтеүенсә, Мәскәү һәм Анкара Идлиб деэскалация биләмәһендә террорсыларға ҡаршы көрәште дауам итәсәк.
- Төркиә президенты үҙ сиратында, беҙҙең төп маҡсатыбыҙ-Сүриәне террорсыларҙан таҙартыу, тыныслыҡ урынлаштырыу тип белдерҙе.
- Американың Венесуэла эштәренә хәрби тыҡшыныуы Латин Америкаһын фажиғәле эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Был хаҡта рәсәй сит ил эштәре вәкиле Сергей Рябков белдерҙе. Быға тиклем Америка президенты Венесуэлала ваҡиғалар үҫешенең төрлө ысулдары ҡарала, тип белдергәйне. Ҡушма Штаттар фетнә ойоштороусы Хуан Гуаидоны яҡлағас, законлы лидер Николас Мадуро Вашингтон менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе туҡтатҡайны. Хәҙер инде хәрбиҙәр ҙә уның яғына күскән.
- Благовещен аэропортында Таиландтан ҡайтҡан саҡта “Дружок” приюты хужаһы Вячеслав Золотарев ҡулға алынған. Ул ял иткән саҡта Амур өлкәһенең Чигири ауылындағы приютта аслыҡтан 47 эт үлгән. Хайуандар менән ҡаты мөғәлләмә итеүҙә шикләнеүсе әле ике айға һаҡҡа алынған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре