Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының именлек советында Венесуэлалағы хәл буйынса сығыш яһап Рәсәйҙең даими вәкиле Василий Небензя Америка дәүләт секретарын уңайһыҙ хәлгә ҡалдырҙы. Ул Майк Помпеоға мөрәжәғәт итеп Америка мөстәҡил дәүләткә ҡарата хәрби көс ҡулланырға уйлаймы тип һорау бирҙе.
  • Бразилияның Минас-Жерайс штатында быуа йырылғандан һуң өс көнлөк матәм иғлан ителде. Фажиғәлә кәм тигәндә 9 кеше һәләк булған, 300 кеше хәбәрһеҙ юғалған, 180-е ҡотҡарылған.
  • Мәскәүҙең янғын һүндереү-ҡотҡарыу үҙәгендә ярты йылдан ашыу үҙенсәлекле хеҙмәткәр — Маруся исемле такса эшләй. Хужабикәһе уны эшкә килтергәндән бирле эт йортона ҡайтҡаны юҡ. Үҙәктә ул штаттан тыш психолог булып хеҙмәт итә.