Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Лималағы урамдарҙың береһендә ҡуйылған камера Перу хәрби һауа көстәренең бәләкәй моторлы самолетының һәләкәткә осраған мәлен төшөрөп алған. Борттағы ике кеше лә иҫән. Самолет күнекмәләр ваҡытында фажиғәгә тарыған.
  • Парижда күп ҡатлы торлаҡ йортта сыҡҡан янғында 8 кешенең ғүмере өһөлгән. Утты һүндереүгә 200 кеше йәлеп ителгән. Ҡаланың был округы башлығы әлегә билдәһеҙ кеше йортҡа ут төрткән тип белдергән.
  • Телевизор ҡараған өсөн 50 һум. Дондағы Ростовта янъял ҡубырға тора. Бындағы дауаханаларҙың береһендә ауырыуҙарҙан телевизор ҡараған өсөн 50 һум аҡса алғандар. Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау идаралығында килеп тыуған хәл бик ентекләп тикшереләсәк тип вәғәҙәләгәндәр.
  • Мексикала айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһендә йыртҡыс ҡоштоң ҡырмыҫҡа ашаусы хайуанға һөжүм иткәнен видеоға төшөрөп алғандар. Һөжүм шул тиклем көтөлмәгән була, шаңҡыған ҡырмыҫҡа ашаусы үҙенә бөтөнләй хас булмаған торошто ала.