Башҡортостан халҡы Мортаза Рәхимовҡа изге теләктәрен еткерә

Тулыраҡ: Башҡортостан халҡы Мортаза Рәхимовҡа изге теләктәрен еткерә

Мортаза Рәхимов Башҡортостан үҫеше өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡарған шәхес. Ул етәкселек иткән осорҙа беҙҙең республика илдә бар йүнәлештәр буйынса ла алдынғы урындарға сыҡты. Төбәктә йәшәгән бар милләт вәкилдәре өсөн дә милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырылды. Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ғәҙәттә, кешенең эшенә баһаны ваҡыт үҙе бирә, тиҙәр. Сирек быуатмы, йөҙ йылмы, тотош дәүерме. Ә уның хеҙмәте, ысын мәғәнәһендә, тотош дәүергә тиң.

Башҡортостан өсөн иң ауыр осорҙарҙың береһе.1990-сы йылдар. Республика ғына түгел, тотош илде ялмап алған үҙгәрештәр мәле. Тап ошо ваҡытта миллионлаған кеше яҙмышын үҙ тормошонан өҫтөн ҡуйған Мортаза Рәхимов Башҡортостан тигән тотош мәмләкәткә тиң төбәк өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Башҡортостандың Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы субьект икәнен иҫтә алып, бөгөн тағы ла бер ваҡиғаны оноторға ярамай. Тап Башҡортостан етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Республиканың үҙаллылығы тураһындағы Дәүләт Декларацияһына ул ҡуйыуға өлгәшә. Бер-нисә йылдан һуң вәкәләттәрҙе бүлешеү һәм идара итеү даирәһен айырыу тураһындағы документ, һуңынан иһә Башҡортостан Конституцияһы. Был – Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың эш биографияһындағы иң сағыу биттәрҙең береһе генә. Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ул миллионлаған кешенең йөрәк түренән сыҡҡан ихлас тәбрикләү. Ихтирам һәм хөрмәт. Был һүҙҙәрҙе тотош Республика, дүрт миллион халҡы булған Башҡортостан еткерә.

Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр Президент һайлауҙары һәм уның беренсе һөҙөмтәһе лә республика граждандарының Мортаза Рәхимовҡа ышанысы тураһында һөйләй. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 63 проценты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ошо вазифаны үтәүсе берҙән-бер ватандашы итеп күрә. Күгәрсен районындағы Тәүәкән ауылында донъяға килгән ябай малай, һуңынан завод етәксеһе, артабан инде — Башҡортостан лидеры. Тимәк, ауыл тормошон төптән белеп, сәнәғәт һәм иҡтисад төшөнсәһен яҡшы аңлаған хужа. Ысын мәғәнәһендә – хужа.

Теүәл егерме йыл тотош бер субьект, Рәсәйҙең донор төбәге булған республиканы етәкләп килеү еңелдәрҙән түгел, тик ысын хужа ғына үҙ иңенә яуаплы йөктө һала ала. Башҡортостан етәксеһе Мортаза Рәхимов республика менән идара иткән осорҙа Башҡортостанда меңдән ашыу мәктәп, йөҙҙәрсә дауахана асыла. Тотош ауылдар, тотош райондар торғонлоҡ, үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң яңы һулыш ала. Халыҡҡа милли мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырыла, республика мәктәптәрендә балалар 15 телдә белем ала. Республика донъяның йөҙҙәрсә дәүләте менән миллиардтарса долларға баһаланған алыш-биреште яйға һала.

Оҙаҡ йылдар инвестиция тип һөйләгән һүҙҙәр тап Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа уҡ бойомға ашырыла башлай. Башҡорт халҡының ғына түгел, ә Башҡортостандың лайыҡлы улы. Республика, Өфөнө донъя кимәлендә таныуға алып килгән ШОС һәм БРИКС саммиттары нигеҙе лә Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа һалынды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуҙың 450 йыллығына арнап төҙөлгән объекттар исемлегенә ингән “Торатау” конгресс холы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улы башланғысы.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы төбәк, Рәсәй генә түгел, ә донъя кимәлендә танылған сәйәсмән. Абруй һәм аҡыл, ихтирам һәм алдан күрә белеүсәнлек. Үҙеңде түбәнһеткәндәр дәрәжәһенә төшмәү. Иң мөһиме илеңде яратыу. Үҙенең 85 йәшен билдәләгән Мортаза Рәхимов идара иткән осорҙа Башҡортостан халҡы, уның күп төрлө милләте үҙ асылына кире ҡайтты. Халыҡ ил ағаһын онотмай. Онотторорға тырыштырып, ситкә типһәләр ҙә, яратҡан шәхесенә һәр ваҡыт оло ихтирам күрһәтте. Егерме йыл дауамында республиканы күтәреп, ауыл хужалығы, сәнәғәт, социаль тармаҡ һәм башҡа бихисап эштәр башҡарып, Башҡортостанды Рәсәй кимәлендәге иң алдынғы төбәк дәрәжәһенә тиклем үҫтергән Мортаза Рәхимов һуңынан “Урал” хәйриә фонды аша бихисап программаларҙы тормошҡа ашырҙы.

Кемдер етәксе булып, йылға аша баҫма ла һалдыра алмаһа, Мортаза Рәхимов төҙөткән күперҙәр һаман да ныҡлы, һаман да ышаныслы. Тап, халыҡ ышанысы һәм халыҡ хөрмәте кеүек. Бөгөн уға Башҡортостандың миллионлаған ватандашы рәхмәт һүҙен әйтә. Ваҡыттың кешегә баһаһын үҙе бар саҡта биреүе әһәмиәтле.

Тағы ла шуныһы, 85 йәшен билдәләгән ил ағаһы, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың изге эше алтын ялатылған “Әр Рәхим” мәсете манаралары кеүек, Башҡортостандың алдағы тормошоноң уңышлы буласағы миҫалы. “Мортаза Рәхимов” мәктәбен үткән республиканың бөгөнгө етәкселеге Башҡортостандың данын йәнә Рәсәй кимәленә сығарыуға әҙер.