Көйәрмәндәр Салауат Юлаевтан һөҙөмтә талап итә

Тулыраҡ: Көйәрмәндәр Салауат Юлаевтан һөҙөмтә талап итә

Яҡшы уйын ғына етмәй, беҙгә һөҙөмтә кәрәк һәм тәүге бәхәстәр. Бөгөн континенталь хоккей лигаһы Металлург һәм Салауат Юлаев командалары араһындағы уйында йөҙөнсе минутта юлаевсылар ҡапҡаһына ингән шайба буйынса аңлатмаһын бирҙе. Ник Шор беҙҙең ҡапҡа майҙанында тороп ҡыҙыл ут тоҡандырғайны. Лига иһә ҡапҡа һаҡсыһына бер кемдә ҡамасауламаған тигән һығымта сығарҙы. Шулай итеп, континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары башланды. “Салауат Юлаев” менән Магнитогорскийҙың “Металлургы” араһындағы уйынды көсөргәнешле булды тип әйтеү генә аҙ һымаҡ тойола. Еңеү яулау һәр команда өсөн бик мөһим ине. Шуға ла тәүге осорҙан уҡ командалар алға ынтылды. Хоккей белгестәре юлаевсыларҙың тулыһынса тиерлек өҫтөнлөк итеүенә иғтибар иткән. Әммә был ғына аҙ. Төп ваҡыт бергә бер иҫәбенә тамамланды. Овертаймда беҙҙең хоккейсылар бихисап мәлдәрҙә шайбаны индерә алмай йонсоно. Һөҙөмтәлә Металлург хоккейсылары еңеү яуланы. Шулай итеп, серияла Магнитогорск алға сыҡты.