Монументаль ҡоролманы тикшереү менән шөғөлләнгән реставраторҙар ошондай фекерҙә. Комплекстағы тутыҡ урындар һаны 4 меңдән ашыу. Башҡортостан символы һәм уны тергеҙеү ысулдары тураһында беҙҙең киләһе сюжетта.
Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алып, реставрация цехына оҙатыуға хәҙер ярты йыл самаһы ваҡыт уҙҙы. Бынан 60 йыл элек суйындан ҡойолған монументаль ҡоролма хәҙер үҙе ярҙамға мохтаж. Материал ваҡыт һынауына түҙә алмаған. Махсус цехҡа килтерелгән һәйкәлде яҡындан күргәс кенә, уның ниндәй хәлдә икәнлеген төшөнөргә мөмкин. 6 ҡат буяу аҫтына йәшеренгән тутыҡтар, тишектәр һаны 4 меңдән күберәк.
Реставраторҙар һәйкәлдең торошо аяныслы икәнлеген йәшермәй. Суйын составындағы шлактар монументаль ҡоролманың тутығыуына, сереүенә алып килгән. Иң ҡурҡынысы – ат һынының башы. Ул һәйкәлдең төп өлөшөнән ҡутарылып төшөү хәленә еткән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та республика халҡына һәйкәлде һаҡлау өсөн төрлө юлдар тәҡдим иткәйне.
Һәйкәлде тергеҙеүҙә бер-нисә вариант бар. Миҫалға, ҡурған өҫтөнә яңыртылған скульптура ҡуйыу. Тик бының өсөн суйын һын өлөштәренең 65 процентын яңынан ҡойорға тура киләсәк.
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау цехында Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә булды. Уларҙың фекерҙәре бер. Монументаль ҡоролманы һаҡлап ҡалыу өсөн иң дөрөҫ юлдар табырға кәрәк.
Башҡортостан символына әйләнгән һәйкәлде реставрациялау илдәге иң яҡшы белгестәр иңендә.
Бөгөн һәйкәлдәге дефекттарҙы асыҡлау аҙағына яҡынлаша. Бының өсөн лабораторияға оҙатылған суйын анализдары кәрәк. Тап ошо һөҙөмтәләр буйынса Салауат Юлаев һәйкәленең артабанғы яҙымышы билдәле буласаҡ та инде.






