Милләттең рухын сағылдырған шәхес

Милли герой, Башҡортостан символы, милләттең рухын сағылдырған шәхес.
  • Милләттең рухын сағылдырған шәхес

Халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө киң билдәләнде. Батыр исемен йөрөткән Салауат ҡалаһында Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл тулыуға арнап мемориаль таш ҡуйылды. Башҡортмон тигән һәр кемдең үҙен Салауат Юлаев тип хис итер хоҡуғы бар. Халыҡтың йөҙөн танытҡан, милли рухын билдәләгән тарихи шәхестәрҙең ысын рәсеме һаҡланмаһа ла, уларҙың исеме атамаларҙа, һәйкәлдәрҙә мәңгеләштерелеп, боронғо яҙма биттәренән халыҡ хәтеренә күсә. Салауат урамы, Салауат Юлаев проспекты, парктар, баҡсалар, һәйкәлдәр.

Араларында иң киң танылғаны спорт клубы. Төбәктә генә түгел илдә билдәле хоккей командаһы. Салауат Юлаев исемендәге майҙан Өфө һәм уның ҡунаҡтары өсөн тотош Башҡортостан символы. Халыҡты ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәргән батыр исеме бөгөн дә милләт-ара татыулыҡ, уртаҡ ергә һөйөү һәм һаҡсыллыҡ тойғоларын тәрбиәләй.