Республика етәксеһе Радий Хәбиров быйыл июндә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был документ менән ойоштороу комитеты составы раҫланды бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы төбәк ойошмаһы советы менән берлектә ойоштороу комитетына 1-се апрелгә тиклем Рәсәй субъекттарындағы сараларҙы иҫәпкә алып тейешле планды раҫларға ҡушылды. Бөгөн донъяла 1 миллион алты йөҙ мең самаһы башҡорт бар. Республиканан ситтә йәшәгән башҡорттар ҙа яҡлау көтә. Эстон башҡорттары, мәҫәлән, был Ҡоролтайҙан ярҙам менән бергә иғтибар ҙа һорай. Балтик буйындағы был илдә йәшәгән 150 самаһы башҡорт Таллиндағы аҙ һанлы халыҡтар берләшмәһе ағзаһы булып ҡына түгел,ә үҙаллы ойошма булараҡ та сығыш яһауҙы хуп күрә. Өфөләге милли форум Ҡырым башҡорттарында башҡортлоҡ хисен, тойғоһон үҫтерергә, телде ҡайтанан өйрәнергә этәргес бирергә тейеш. Йөҙҙәрсә генә түгел, ә меңдәрсә йыллыҡ тарихы булған башҡорттар Рәсәй дәүләтселегенең иң ныҡлы терәге. Тел, тарихты һаҡлау, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү. Ҡаҙағстан башҡорттары бөгөн бер ни тиклем аптырашта ҡалған. Тәүтөйәгенән ҡаҙаҡ далаларына яҡшы тормош эҙләп сығып киткән Кустанай, Аҡтүбә башҡорттары башҡорт йырҙарына, моңдарына һыуһай. Башҡа милләттәр менән ассимиляциялау арҡаһында, бөгөн үҙен башҡорт тип атау урынына, телен онота барған маңҡорттар ҙа юҡ түгел. Башҡорт ҡоролтайының яңы етәкселегенә өмөт тота Астанана көн иткән меңдәрсә башҡорт. Миллә мәғарифкә бәйле мәсьәлә Силәбе башҡорттары өсөн дә һулар һауа төҫлө. 136 мең башҡорт йәшәгән күрше төбәктә башҡорт мәктәптәре, башҡорт синыфтары, башҡорт балалар баҡсалары хәҙер бармаҡ менән генә һынарлыҡ.