Изге тыуған көн

Тулыраҡ: Изге тыуған көн

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында “Изге тыуған көн” тип аталған хәйриә сараһы ойошторолдо. Тамашала ҡыш көнө тыуған көндәрен билдәләгән балалар йыйылды. Камила Өфө ҡалаһының 9-сы балалар йортонда тәрбиәләнә. Әле ул 4-се синыфта уҡый. Уның тыуған көнө ҡырпаҡ ҡар яуған ҡыш айында, көтөп алған мөғжизәле байрам, хыялдар тормошҡа аша торған көн, ти ҡыҙ. Алан да ҡыш көнө тыуған. Өләсәй ҡурсауында ғына тәрбиәләнгән малай спорт менән шөғөлләнә, мәктәптә яҡшы билдәләргә уҡый. Ә бына уның хыялы бөтөнләй айырыла, иң яҡын кешеһен көтә ул. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ҡыш көнө тыуған көндәрен билдәләгән 100 бала йыйылды. Улар Өфө ҡалаһының балалар йорто, приют тәрбиәләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгән, аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙән. Театр артистары балалар өсөн сағыу тамаша күрһәтте, ҡурсаҡтарҙың төрҙәре хаҡында бәйән итте. Балаларҙың күптәре ҡурсаҡтарҙың мөғжизәле донъяһы менән беренсе тапҡыр таныша. Ҡурсаҡ театры кескәй тамашасылары өсөн тағы ла ҙур бүләк әҙерләй. Балалар өсөн киләсәктә яңы студиялар асыласаҡ, яңы тамаша залын төҙөү иһә репертуарҙы тағы ла байытасаҡ, йәнә ҡурсаҡтарҙың айырым ҙур бүлмәһе буласаҡ, тип көтөлә. 40 йыл дауамында эшләгән театр бинаһында ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Театрҙы төҙөкләндереү һәм 4 ҡатлы төкәтмә эшләү өсөн Федераль һәм республика бюджетынан аҡса бүленә. 2024 йылдарҙа тамашасылар заманса яңы ҡурсаҡ театрында әкиәттәр ҡараясаҡ.