Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Нью-Йорк полицияһы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре араһында суицидтар артыуға борсолоу белдереп, хакимиәттәрҙән ашығыс саралар күреүҙе талап иткән. Һуңғы ике аҙнала ғына 3 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. Влюхелп ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Нью-Йорк полицияһында суицид осраҡтары үҙ вазифаһын башҡарғанда һәләк булыусыларға ҡарағанда күберәк.
  • Милли баскетбол ассоциацияһының плей-офф уйындарында “Торонто Рэпторс” командаһы еңеүе уңайынан үткән парад атыш менән тамамланған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, дүрт кеше яраланған. Енәйәт ҡылыуҙа шикләнгән өс кеше ҡулға алынған. Торонтола чемпиондар парадында 2 миллион кеше ҡатнашҡан.
  • Американың Висконсин штатында лаборатор тикшеренеүҙәр үткәргән маймылдар өсөн махсус приют асылған. Приматтар өсөн приют уларҙы эвтаназиянан һәм төрлө тәжрибәләрҙә ҡайтанан ҡулланыуҙан ҡотҡарасаҡ. Ойошма киләһе егерме йылда 100 маймыл ҡабул итергә әҙерләнә.
  • Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһы янында драма театры артистары ҡырағай хайуандар менән ҡаты мөғәлләмә итеүгә шаһит булғандар. Юл буйындағы кафе хужаһы өс айыуҙы тимер ситлеккә бикләп ҡуйған. Уларҙың ас, һыуға сарсаған булыуы асыҡланғас, хужа мин уларҙан арыным, һатырға йәки приютҡа тапшырырға әҙермен, тип белдергән.