- Көнсығыш хәрби округының йыйылма отряды Иркутск өлкәһендә һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итәсәк. Тулун ҡалаһында хәрбиҙәр торлаҡ йорттарҙан һыуҙы һурҙырыуҙа, ихаталарҙа дезинфекция үткәреүҙә ҡатнаша. Был эштәрһә 900 кеше, 90 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
- Иркутск өлкәһенең Тулун ҡалаһы 28 июнь һыу аҫтында ҡалғайны. 1 мең 800 кеше йәшәгән 900 йортто һыу баҫҡан. Ҡойма ямғырҙарҙан барлыҡҡа килгән ташҡын сәбәпле төбәктә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
- Рәсәй Оборона министрлығы ракетанан һаҡланыу системаһын һынап ҡараны. Ҡаҙағстандың Һары Шаған полигонынан осоролған ракета шартлы дошманды юҡ иткән.
- Кемеровола әйләнмә юл киҫелешендә үҙенсәлекле авария теркәлгән. Лексус водителе, үҙенең текәлеген күрһәтергә теләп күрәһең, ҙур тиҙлектә рулен бороп машинаһының артҡы өлөшөн шыуҙырып йөрөй башлай. Шул ваҡытта ул кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ашығыусы тиҙ ярҙам машинаһына барып бәрелә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре