Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Ҡазағстандан Байконур космодромынан “Протон-М” ракетаһы осоролдо. Уо орбитаға “Спектр-РГ” астрофизик лабораторияһын сығарҙы. Юлдаш йыһанда бер-нисә йыл эшләргә тейеш. Ул тапшырға мәғлүмәттәр ярҙамында Йыһан картаһы эшләнәсәк.
  • Бастилияны алыуҙың 230 йыллығы уңайынан Париж урамдарына “һары жилеттар” сығып тәртипһеҙлектәр ойошторған. Айырым урындарҙа ҡаршылыҡ акциялары үткәреү тыйылғас, демонстранттар жилет кеймәгән, революцион йырҙар менән ген сикләнгән. Улар парадты ҡабул иткән президент Эммануэль Макронды һыҙғырып ҡаршы алған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары акцияла ҡатнашыусыларға ҡарата күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.
  • Нигерияла тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса коммерция булмаған ойошма проектына ярашлы, Лагостан меңләгән балаға белем алыу өсөн түләргә мөмкинлек бирелде. Уларға пластик йыйырға тәҡдим ителгән. Бер йыл уҡыу хаҡы бында 50 доллар самаһы тора. Бының өсөн 870 килограмм пластик тапшырырға кәрәк.