Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда киләһе көндәрҙә көсле ел иҫәсәк, төнөн туңдырасаҡ. Елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етәсәк. Һауала һәм тупраҡтың өҫкө ҡатламында ике градусҡа тиклем туңдырасаҡ. Аяҙлы-болотло буласаҡ, бер аҙ ямғыр-ҡар яуасаҡ. Төнөн һәм иртәнге мәлдә юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплап, иретәсәк. Ел көнбайыштан иҫә, көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метрға етә. Төндә — 2, +3 , көндөҙ +3, +8 градус буласаҡ тип күҙаллана. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында томан, 500-1000 метр арауығында күреү мөмкинселеге ҡырҡа кәмей. Шуға автомобилистарға ла, йәйәүлеләргә лә абай булыу кәрәк.
Һауа торошо боҙола
Тулыраҡ: Һауа торошо боҙола