Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙборсаҡ көтөлә

Синоптиктар һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә.
  • Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙборсаҡ көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала ямғыр яуа, айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +15, +20 градус йылы.

Иртәгә шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе күҙаллана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә +5, +10, көндөҙ +15, +20 градус йылы.

Шәмбе, 30 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе, көньяҡ-көнсығышта ҡойма ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10, көндөҙ +15, +20 градус йылы.