Аҙна аҙағында яуым-төшөм кәмергә тейеш

Башҡортостан алдағы тәүлек дауамында көслө ямғырҙар аҫтында ҡала.
  • Аҙна аҙағында яуым-төшөм кәмергә тейеш

Уның сәбәбе – Каспий диңгеҙе өҫтөндә барлыҡҡа килеп, беҙҙең субьект аша уҙған циклон. Һауаның һалҡын ағымдары үҙе менән ҡойма ямғырҙар алып килә. Республиканың махсус хеҙмәттәре иһә тау йылғаларының ҡапыл ташыу ихтималлығын иҫкәртә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа килеп тыуыуы бар. Гидростанциялар ҙа ағымды ҡаршыларға әҙер. Бөгөн Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуһа, республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә үтә көслө ҡойма ямғырҙар, йәшен йәшнәүе фаразлана.

Төнъяҡ-көнсығыштан иҫкән елдең Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ныҡ көсәйеүе бар. Һауа температураһы кесаҙнала 22 градус йылынан артамясаҡ. Алдағы төндә һәм йомала Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Синоптиктарҙың шәмбе менән йәкшәмбегә фараздары ҡыуандыра. Аҙна аҙағында яуым-төшөм кәмергә тейеш.