Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, субтропик һауа массаһы көньяҡ ел менән республика биләмәһенә үтеп инә һәм уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була.
Был көндәрҙә төндә +10, +15, көнсығыш райондарҙа +5, көндөҙ +24, +29 градус йылы. Антициклондың көнбайыш яғында яуым-төшөмһөҙ һауа торошо күҙәтелә. Шулай уҡ республикала юғары класлы янғын хәүефе булған райондар һаны артасаҡ, тип билдәләнә.






