Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров инвесторҙар менән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе. Ошонда уҡ Европала иң ҙуры, ә Рәсәйҙә берҙән-бер ҡояш электр станцияһы эшмәкәрлегенә рәсми старт бирелде. Яңы объект Бөрйән районы халҡы өсөн уңайлы шарттар булдыра.
19-сы тапҡыр ойошторолған Рәсәй сәнәғәте форумында быйыл Рәсәйҙең 15 төбәгенән компаниялар, шулай уҡ, Германия, Италия һәм Белоруссиянан вәкилдәр ҡатнаша, барлығы 150-нән ашыу предприятие саҡырылған. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың мөмкинлектәре хаҡында бәйән итте. Ошонда уҡ, Бөрйән районында урынлашҡан ҡояш электр станцияһын асыу тантанаһы үтте. Европала иң ҙуры, ә Рәсәйҙә берҙән-бер ошондай станция энергияны туплау ҡоролмаһы менән тәьмин ителгән. Быға тиклем Бөрйәндә даими рәүештә электр уты һүнә ине.
Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан хөкүмәте һәм Хевел компанияһы араһында оҙайлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, предприятие инвестиция мөхитен киңәйтә һәм киләсәктә 5 миллиард ярым һумлыҡ проекттарын тормошҡа ашырасаҡ. Йәғни, инвестор тағы ла 5 ҡояш электр станцияһын төҙөргә йыйына. Быға тиклем компания Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында ошондай объекттарҙы сафҡа индерҙе. Хәҙер Башҡортостан — илдә ҡояш электр станциялары буйынса лидер. Форумдың пленар ултырышы “Сәнәғәт үҫешенең стратегияһы. Өҫтөнлөктөр һәм уңышлы тәжрибә” тип аталды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумдан тәъҫораттары менән уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙә сәнәғәт йәшәй һәм алға бара. Республика етәксеһе тармаҡ белгестәренә рәхмәт белдереп, төбәктә тармаҡты үҫтереүгә арналған саралар хаҡында һөйләне. Ултырышта Башлеспром һәм Күмертау вертолеттар эшләү заводын аяҡҡа баҫтырыу тураһында ла һүҙ булды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика хөкүмәте инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып бара һәм килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләй. Радий Фәрит улы һуңғы арала еңел сәнәғәткә лә иғтибар артыуын әйтте. Быға тиклем 40-50 миллион һум бүленһә, быйыл тармаҡҡа 180 миллион һум һалынған. Ә 2024 йылға тиклем 1 миллиард ярым һум ҡаралған. Сәнәғәтселәр менән аралашыу барышында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров линияларҙы камиллаштырғанда эшселәрҙе ҡыҫҡартыуға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы.
Республика етәксеһе ”Машиналар эшләү. Өфөнөң инновация көс-ҡеүәте” тип аталған күргәҙмә менән дә танышты. Бында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда эшләгән алдынғы компанияларҙың тауарҙары ҡуйылған. Форум өс көн дауам итә. Ошо арауыҡ эсендә компаниялар араһында миллиардтарса һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылыр тип күҙаллана.