Ҡашҡа ауыл хакимиәте башлығы Ринат Ғәләүетдинов һөйләй.
"Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекты халыҡтың проблемаларын хәл итеүгә, ауыл ерендә инфраструктураны уҫтереүгә булышлыҡ иткәнен беҙ күрәбеҙ, сөнки программала Ҡашҡа ауылы биләмәһе 5- се йыл ҡатнашып , еңеп киләбеҙ. Халыҡты борсоған мәсьәләләр сиселә.
2026-сы йылда Ҡашка ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, локаль бәрелештәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған һәйкәл эшләргә ҡарар итте ауыл халҡы.
Проектты бойомға ашырырға 1 млн 975 мең 777 һум кәрәк. Конкурсты уңышлы үтеп сыҡһаҡ, республика ҡаҙнаһынан 1 млн 200 мең, район бюджетынан — 475мең 777 һум бүленәсәк. Ауыл халҡы дөйөм — 200 мең һум тапшырһа, бағыусыларҙан 100 мең һум аҡса йыйырға ҡала.
Алда маҡсаттарыбыҙ әле күп. Ауылдарыбыҙ тағы ла матурланһын, йәмләнһен тип тырышабыҙ. Ауылдарҙың киләсәге ныҡлы булыр, йәштәр ауылда ҡалыр тип ышанабыҙ."







