Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһында "Хәбәрҙәр" барлыҡҡа килеүгә 35 йыл!

1991 йылдың 13 майында Рәсәй тамашасыһы зәңгәр экрандарҙан "Хәбәрҙәр" тапшырыуының беренсе сығарылышын ҡараны.

Иҫтәлекле ваҡиға уңайынан илдең 90 төбәге филиалдары өсөн видеоконференция ойошторолдо. Ил президенты Владимир Путин компания хәбәрселәрен байрам менән тәбрикләне.

Ошо дәүер эсендә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы алантлы журналистарҙы берләштергән иң мөһим медиохолдингтарҙың береһенә әйләнде. Ил етәксеһе хәбәрселәргә ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләне.