Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә.
Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде. Пляждар, ял итеү урындары әлегә әҙер түгел. Көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүселәр күҙәтелә. Был хәлде рейдҡа сыҡҡан йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре күҙәтте һәм ял итергә ашҡынған кешеләр менән аңлатыу эштәрен алып барҙы. Улар шулай уҡ пляждарҙың әҙерлек кимәлен тикшереү комиссияһында ла эшләй.