Йылға-күлдәр, карьерҙар янындағы биләмәләрҙә ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә тиерлек дежурҙа торасаҡ. Һыу ятҡылыҡтарында хәрәкәт иткән гидроциклдар, моторлы кәмәләр ҙә айырым иғтибарҙа.
Башҡортостан ҡотҡарыусыларының йәнә бер белдереүе ата-әсәләргә бәйле. Махсус хеҙмәттәр балалары менән һыу буйына ял итергә килеүселәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Тәртип боҙған граждандарға штраф ҡаралған. Административ яза күләме 4 мең һумдан башлана.
Ял итеүселәрҙең именлеген һаҡлауға төп иғтибар бүленә. Ошоға бәйле Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының "Рәсәй" медиа үҙәгендә һыу инеү миҙгеленә арналған матбуғат конференцияһы үтәсәк. Унда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты һәм башҡа ведомство вәкилдәре ҡатнаша. Белгестәр һыу ятҡылыҡтарында именлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәсәк, башҡа һаҡланыу сараларына туҡталасаҡ.







