Уларҙан сит кеше бурыстарын ҡайтарттыралар. Башҡортостанда йәшәүсе граждандарға үҙҙәренең исемдәре һәм фамилияларына оҡшаш кешеләрҙең бурыстарын һәм штрафтарын түләргә тура килә. Ошондай хәлгә Өфөнән Денис Степанов тарыған. Был хәл 2019 йылдың ғинуарында башлана. Өфөлә йәшәүсе Денис Степановтың иҫәбенән аҡса юҡҡа сыға. Асыҡланыуынса, Амур өлкәһенең суд приставтары ирҙең картаһынан сумманы дәүләт иҫәбенә күсерә. Баҡтиһәң, Амур өлкәһендә лә Денис Степанов исемле ир йәшәй. Уларҙың исем-шәрифтәре, тыуған көнө, айы һәм йылы тулыһынса тап килә. Алыҫ Көнсығышта йәшәгән оҡшаш кеше штрафтарын, ипотекаһын, кредиттарын һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәй, ҡасып йөрөй икән. Уның өсөн Өфөлә йәшәүсе Денис Степанов ыҙа сигә. Денис Степановтың вкладтары бушҡа була, кредит һәм ипотека ала алмай, а автомобиленә алты тапҡыр арест һалына. Ул һәр ваҡыт Амур өлкәһе суд приставтары идаралығына шылтыратып, хәлде аңлата. Ә шылтыратыу ҙур ғына суммаға төшә. Машинаһын да ир йөҙ михнәт менән һата. Беҙҙең телеканал ошондай хәлгә тарыған кешеләр тураһында бәйән иткәйне. Репортаждар эфирға сыҡҡас уларҙы махсус реестрға индерҙеләр һәм кешеләр “тыныс тын алып” ҡалды. Әйткәндәй, Амур өлкәһендә июль башында айырым хеҙмәт булдырылған һәм улар тап ошондай ваҡиғаларҙы барлап, асыҡлыҡ индерә. Бындай хәл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда йыш ҡабатлана. Бурыстары булмаған кешеләр айҙар буйы кире аҡсаларын ҡайтарғандарын көтә. Әйткәндәй, Рәсәй суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы был эшкә ҡыҫыла алмай. Ә бына Амур өлкәһендәге коллегалары тейешенсә эшләп еткермәгән, тигән фекерҙә белгестәр. Суд приставтары башҡарма эш ҡағыҙын тултырғанда унда Снилс һәм ИНН билдәләнмәй, ҡайһы бер осраҡта тыуған көнө лә яҙылмай, тип аҡлана. Шулай ҙа, кешенең иҫәбенән аҡса алынһа йә арест һалынһа, паникаға бирелмәҫкә. Ә барлыҡ документтарҙың күсермәһе менән суд приставтары бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әйткәндәй, был мәсьәлә федераль кимәлдә өйрәнелә һәм тиҙҙән тейешенсә ҡанун ҡабул ителер, тип өмөтләнәбеҙ.
Амур өлкәһе суд приставтары ҡасан эшләргә өйрәнер?
Тулыраҡ: Амур өлкәһе суд приставтары ҡасан эшләргә өйрәнер?