Башҡортостан башлығы суд приставтарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Өфөлә Рәсәй суд приставтары институты ойошторолоуға 160 йыл һәм суд приставтары көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте.
  • Башҡортостан башлығы суд приставтарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы
2025-се йылдың беренсе яртыһында 950 меңдән ашыу башҡарма эш атҡарылған, 11 миллиард һум аҡса алынған, шуның 1 миллиардтан ашыуы урындағы ҡаҙнаға ебәрелгән. Быйыл енәйәттәрҙән, эш хаҡы буйынса бурыстар һәм алименттарҙан бюджетҡа яҡшы төшөм булған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы етәксеһе лә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.