Хаҡ мосолмандар пандемия шарттарында иң изге байрамдарҙың береһе — Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға әҙерләнә. Коронавирус таралыу сәбәпле халыҡҡа мәсеттәргә бармайынса, байрамды ғаилә менән өйҙә билдәләргә кәңәш ителә. Был талап беҙҙең төбәктә генә түгел бар донъяла ҡабул ителгән. Исламдағы күркәм байрамдың төп ҡағиҙәһе – Ҡорбан салыу — тәртибендә лә үҙгәрештәр бар. Быйыл яңы шарттарҙа республика мосолмандары ҡорбанды дистанцион салдырырға, йә барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлгән урындан килеп алырға мөмкин. Ҡорбан ғәйетенә әҙерлек көнэлгәре башланды. Фәүҙәт Сәйетов ҡуй һарыҡтарын үрсетеү менән шөғөлләнә. Йыл һайын ул Ҡорбан байрамына 200-гән баш һимертә. Әммә, быйыл берәҙәк эттәр аҙбарға инеп, 50-нән ашыу малҡайҙы тамаҡлаған. Фермер быны “Хоҙай шулай ҡушҡандыр” тип ҡабул итә. Ҡорбанға килтерелер һарыҡтар иң мөһиме таҙа һәм сәләмәт булырға тейеш, ти йүнсел. Быға тиклем Фәүҙәт Сәйетов ҡуй һарыҡтарын Өфө мәсеттәренә килтергән, өсөнсө йыл инде мосолмандар үҙҙәре килеп ала. Пандемия шарттарында был бик уңай. Быйыл ҡорбанды үҙ ихаталарында салырға рөхсәт иттеләр. Ә кемдәрҙең бындай мөмкинлеге юҡ, улар өсөн махсус урындар булдырыла. Өфөлә ҡорбан салыу өсөн ике урын әҙерләнә. Уларҙың береһе Төнъяҡ автовокзал янындағы майҙанда, икенсеһе Зинин ауылы эргәһендә урынлаша.Уҙған йылдарҙағы кеүек ҡорбан салыу урындарына махсус автобустар йөрөмәйәсәк. Быйыл ҡорбанға килтереләсәк мал һаны ла ике тапҡырға аҙ. Өфөлә 2 мең баш һарыҡ салыныр, тип көтөлә. Коронавирусты таратмау сараларынан тыш, ветеринар талаптарға ла иғтибар ҙур. Шуға күрә, урындағы етештереүселәргә өҫтөнлөк бирелә.Ҡорбан-ғәйетенә мәсеттәрҙә лә махсус әҙерләнәләр. Ғәҙәттә, уларҙа байрам өҫтәлдәре ҡуйыла ине, быйыл булмаясаҡ. Ә изге йорттарға 50-нән артыҡ кеше индерелмәй. Битлек, тән температураһын үлсәү һәм дистанция һаҡлау – төп талаптар булып ҡала.Быға тиклем меңәрләгән халыҡ йыйылған мәсеттәрҙә байрам намаҙҙары ғына уҡыласаҡ. Ҡорбанды быйыл ситтән тороп салдырырға ла мөмкин, тип белдерәләр Башҡортостан мосолмандары диниә-назаратынан. Ә барлыҡ ит социаль учреждениеларға таратыласаҡ.Ләлә-Тюльпан мәсетендәге байрам намаҙын быйыл Рәсәй 1 һәм Башҡортостан 24 телеканалы тура эфирҙа күрһәтәсәк. Трансляция 31-се августа иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Был көн республикала ял тип иғлан ителгән һәм байрамды мосолмандар ғаиләләре менән өйҙәрендә, матур табын артында үткәрергә йыйына.
Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай
Тулыраҡ: Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай