Байрам айҡанлы Өфөнөң төнъяҡ вокзалы биләмәһендә ҡорбан салыу урыны ойошторолған.Изге байрамдың асылы - Аллаһы тәғәләгә тәрән тоғролоҡ һәм рәхмәт белдереү. Ҡорбан байрам һәм ундағы ғибәҙәттәр Ибраһим пәйғәмбәр менән булған ваҡиғаға барып тоташа. Аллаһ Тәғәлә уға тәүҙә Исмәғил исемле улын ҡорбан итергә бойора, һуңынан, уның Аллаһ әмерен үтәргә әҙер булыуын күргәс, улы урынына һарыҡ салырға ҡуша. Ҡорбан ите өс өлөшкә бүленә: береһе ғаиләһе өсөн ҡалдырыла, икенсеһе туғандарына һәм дуҫтарына таратыла, ә өсөнсө өлөшө мотлаҡ мохтаждарға бирелергә тейеш. Был диндарҙарҙы йомартлыҡҡа, үҙ-ара ярҙам итеүгә һәм ярлыларҙы ҡарауға өйрәтә. Барлыҡ мосолмандарҙы байрам менән Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тәжетдин дә ҡотланы.
Ысынлап та, һәр кем өсөн Ҡорбан ғәйете изге байрам, уны ғәҙәттә ғаилә менән ҡаршылайҙар. Шулай уҡ байрам көнөндә Шишмә районында урынлашҡан "Патриот" паркы эргәһендә тыуған ил өсөн һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә рухи-мәғрифәти комплекс төҙөү башланды. Радий Хәбиров был объекттың әһәмиәте бик юғары, тип билдәләне.







