Баш ҡала хайуандар араһында таралыусы ҡотороу һәм башҡа сирҙәргә әҙер. Бынан тыш, Өфө янындағы үләт соҡорҙары ла даими күҙәтеүҙә. Ошо турала Башҡортостандың ветеринария буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов белдерҙе. Баш ҡалала хәүефһеҙлек йәһәтенән тағы бер сара күрелә. Ҡорбан ғәйете уңайынан салынасаҡ барлыҡ малдар махсус тикшереү үтә. Өфө Рәсәйҙең башҡа субьекттарынан ҡорбан өсөн малдар индереүҙе сикләй. Уҙып барған яҙҙың һуңғы айының Республика халҡына тағы бер бүләге бар. Ҡорбан Ғәйете хөрмәтенә 27-се май Башҡортостанда “байрам көнө” тип иғлан ителде.
Ветеринар хәүефһеҙлек
Өфөгә ветеринар йәһәттән ҙур хәүеф янамай.







