Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Тулыраҡ: Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү бара. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ. Мемориал һигеҙ ҡырлы колонналы, иң өҫтә алтын ялатылған Өфө гербы тора, бейеклеге – 20 метр. Авторҙары – Константин Донгузов һәм Дамир Мәғәфүров. Тауыш биреү 13 сентябргә тиклем дауам итә.