Рәсәй президенты указы менән Ишембай ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап Ишембай фронт ихтыяждарын тулыһынса тәьмин итә. Бында сығарылған нефттең күп өлөшө еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлтелә. Шуға ла ҡаланың тап Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығын байрам иткән йылда маҡтаулы исем алыуы тәрән мәғәнәгә эйә.
Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы
Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы