Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма Штаттарының көнбайыш яры урман янғындарынан тонсоға. 4 аҙна ҡоторған уттан кәмендә 33 кеше зыян күргән, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар.Меңәрләгән йорт ут эсендә ҡалған. Ҡорбандар һаны көндән көн арта. Иң ҡатмарлы хәл Калифорнияла күҙәтелә. Ут менән 29 мең янғын һүндереүсе көрәшә. Дөйөм алғанда янғын урынынан 500 меңгә яҡын кешене күсерегә кәрәк. Әле Орегонала 40 меңгә яҡын кеше эвакуациялаған. Янғын яулап алған урынға Трамп килеүе көтөлә.

Евросоюздың туризм индрустияһы пандемия шарттарында быйылғы ҡышты нисек сығыр тигән һорау күптәрҙе борсой. ЕвроСоюз иҡтисадының мөһим өлөшөн туризм биләй. Сектор дөйөм эске тулайым продукция күләменең 10 процентын тулыландыра. Туризм өлкәһендәге 2 миллион 400 компанияла -23 миллион кеше эшләһә, Ковид-19 сәбәпле шуларҙың 6 миллионы эшһеҙ ҡалды. Хәл әкренләп, киләһе ике йыл дауамында яйға һалыныр тип көтөлә.

Был аҙнала Грек мәктәптәре лә үҙ ишектәрен асты. Битлек йөрөтөү баланың йәшенә ҡарамаҫтан төп талап булып ҡала. Был талапҡа һәр ерҙәгесә ата-әсәләрҙең ҡарашы төрлө. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә партаны урталай органик быяла ярҙамында бүлеп ҡуйғандар. Кластарҙа 15 баланан артыҡ ултыртмаҫҡа, шулай уҡ персоналдан Ковид-19 –ҙан тест талап итеү ҙә урынлы тигән фекерҙә Греция хөкүмәте.

Австрияла Ковид 19 вирусының «икенсе тулҡыны» башланған. Был турала рәсми рәүештә хәбәр ителә. Францияла ла сирҙе эләктереүселәр һаны апрель айындағынан күберәк теркәлә. Табиптар халыҡҡа социаль бәйләнештәрҙе мөмкин тиклем сикләргә тигән мәрәжәғәт менән сығыш яһай.