Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны күренекле архитектор Зәхи Хәдид төҙөгән. Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған. Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ көслө янғын менән көрәш барҙы. Сәбәптәре әлегә билдәһеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 августа Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта диңгеҙ порты янында 3 мең тоннаға яҡын аммиак силитраһы шартлағайны. Фажиғә һөҙөмтәһендә меңәрләгән йорт емерелде, 180 кеше вафат булды, 6 меңгә яғыны йәрәхәт алды.
Ҡытай ризыҡ культына ҡаршы көрәш иғлан итте. Был йәһәттән аҙыҡ-түлекте экономиялау буйынса ҙур күләмле кампания башланды. Ил етәкселеге граждандарҙың ни тиклем ризыҡты әрәм-шәрәм итеүҙәренә хайран ҡалған, шуға ла халыҡта ризыҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе беренсе урынға ҡуйған.
Испания һәм Португалия ярҙарында касаткалар диңгеҙ караптарына һөжүм итә. Был хаҡта Daily Mail газетаһы хәбәр итә. Ике ай дауамында киттар урындағы караптарға ташланған. Диңгеҙ биологы Альфредо Лопес әйтеүенсә, касаткалар Испания, Португалия ярҙарында һәр сентябрь йөҙөп килә. Белгестәр диңгеҙ хайуандарының бындай агрессияһының нимәгә бәйле икәнен аңлата алмай. Испания, Португалия етәкселеге урындағы халыҡҡа хаҡ булырға кәңәш итә.