Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән.
Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын йорт электр энергияһыҙ ҡалған. Транспорт юлдарын һыу баҫҡан. Ил президенты Дональд Трамп штаттың бер нисә районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан иткән. Дауылдың тиҙлеге секундына 34 метрға етә. Ҡойма ямғырҙар хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.
Сит илдәр хәрбиҙәре Рәсәйгә килә башланы. Улар “Кавказ-2020” тип аталған стратегик хәрби уҡыуҙарҙа ҡатнашырға тейеш. Бөтә һалдаттар ҙа мотлаҡ рәүештә коронавирусҡа тест тапшыра. Белоруссия һәм Ҡытай хәрбиҙәре техникаларын әҙерләп, ялан лагерын ҡороуға тотонған. Уҡыуҙар 21-нән 26-сы сентябргә тиклем дауам итәсәк.